Теле барҙың иле бар.
Йыл һайын, 14 декабрҙә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, мәктәптәрҙә башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында, башҡорт теле көнө иғлан ителә.
Беҙҙең мәктәбебеҙ ҙә был саранан ситтә ҡалмай. Быйыл күп кенә эш эшләнде.
Шәкүрова Лилиә Ғәҙелкарам ҡыҙы етәкселегендә 7-8 класс уҡыусылары өсөн үткәрелгән әҙәбиәт дәресе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижадына бағышланды. Уның шиғырҙары моңло һәм яҡты буяуҙарға бай. Күлдәр зәңгәрлегенә, иртәләр сафлығына ғашиҡ шағирҙың тормош һәм ижадына байҡау яһалды. Автор заман дөрөҫлөгөн сағылдырып, һыҙланып яҙған, хаҡлыҡ эҙләгән. Дәрестә туған тел яҙмышын, ил тарихын сағылдырған әҫәрҙәр уҡылды. “Әсәм теле – сәсән теле”исемле презентация ҡарағандан һуң, уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, авторҙың үҙе башҡарыуында фонояҙмалар тыңланы, уның ижадына арналған, нәшриәттә яңы ғына донья күргән китаптарҙы тотоп, күмәкләшеп фотоға төштөләр.